Егерме-утыҙ "алтын", тинеләр ҙә ул...03.08.2012
Егерме-утыҙ "алтын", тинеләр ҙә ул...27 июлдән 12 авгусҡа тиклем Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда барған юбилей Олимпиадаһының яртыһы үтеп тә китте. Уйындар башланыр алдынан Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко илебеҙ спортсылары 20-30 алтын миҙал яулаясағына ышаныс белдергәйне. Әлегә беҙҙең иҫәптә — 11 миҙал: ике алтын, дүрт көмөш, биш бронза.

"Алтын"дарҙы дзюдосылар бүләк итте: 28 июлдә 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта көрәшеүсе Краснодар егете Арсен Галстян япон Хироаки Хироаканы еңде, уның артынса Силәбе өлкәһендә шөғөлләнеүсе Дағстан егете Мансур Исаев 73 килограмға тиклемге ауырлыҡта шулай уҡ Япония көрәшсеһе Рики Накаяны йыҡты.
Уйындарҙың бишенсе көнө бер юлы өс миҙал алып килеүе менән иҫтәлекле булды. Евгений Кузнецов менән Илья Захаров, өс метрлыҡ бейеклектән синхронлы һикереп, һыу төбөнән көмөш миҙал алып сыҡты. Шулай уҡ ҡылыссы Софья Великая Корея спортсыһы Ким Чи Ёнға ҡаршы тора алманы һәм алтын миҙалды ҡулдан ысҡындырҙы. Эксперттар Великаяның төп хатаһын ҡабаланыуҙа күрә. Ә бына 32 йәшлек велосипедсы, ике бала әсәһе Ольга Забелинскаяның айырым стартлы уҙышта яулаған бронза миҙалы, ғөмүмән, алтынға торошло. Ныҡышмал ҡатын, "йөрәктәге операция яһап булмаҫтай етешһеҙлек" тигән диагнозға ҡарамаҫтан, Лондонда лайыҡлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, был — уның Олимпиадалағы икенсе "бронза"һы.
Был көндө Мария Шарапованың 1/4 финалға сығыуы ла оло шатлыҡҡа әүерелде. Уйындар башланғанда ул Рәсәй йыйылма командаһының байрағын тотоп барғайны. Төрлө ышаныуҙар буйынса, байраҡ тотҡан спортсы Олимпиадала алтын миҙал яуламай. Шуға күрә Шарапованың Германиянан Сабина Лисицки менән барған өс сәғәтлек уйыны барыһында ла оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Илдәрҙең абруйын, донъя спортындағы урынын күрһәтеүсе сара ғауғаһыҙ үтмәй. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан спортсыларының кейемендә илдең исеме хаталы яҙылыу арҡаһында дәғүәләр булды. Был күңелһеҙлеккә ялған һығымта өҫтәлде: Ҡаҙағстанға ауыр атлетика буйынса алтын миҙал бүләк иткән 1993 йылғы Зөлфиә Чиншанлоны (53 килограмға тиклем ауырлыҡта ярыша) ҡытайҙар үҙҙәренеке тип раҫлап маташҡан. Ҡаҙағстан вәкилдәренең яуабында әйтелеүенсә, ҡыҙыҡай 14 йәшенән алып Ҡаҙағстанда йәшәй, уны бары ошо ил тренерҙары үҫтергән.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауыр атлетика буйынса өмөт уятҡан Светлана Царукаева (63 килограмға тиклем ауырлыҡта ярыша) саҡ-саҡ "көмөш"һөҙ тороп ҡалманы — Канада спортсыһы унан ни бары бер килограмға ҡалышты. Әгәр күнекмә мәлендә аяҡ быуыны кимерсәген йәрәхәтләмәһә, ватандашыбыҙ тағы ла уңышлыраҡ сығыш яһай алыр ине, ти белгестәр.
Рәсәйҙең Олимпиадаға юлланған 436 спортсыһы араһында туғыҙ яҡташыбыҙ ҙа бар. Стәрлетамаҡтан Антон Анчин салҡан ятып йөҙөү буйынса ярышта 200 метрлыҡ дистанцияны 23-сө булып үтте һәм ярымфиналға сыға алманы. Өфө егеттәре — рапирасы Артур Әхмәтхужин менән Реналь Ғәниев өсөн дә ярыштар уңышлы булманы.
Рәсәйгә 20-30 алтын миҙал юраған спорт министры, йыйылма командабыҙ 10-сы баҫҡысҡа төшөүгә ҡарамаҫтан, күңел күтәренкелеген юғалтмай.
— Ҡурҡыныс бер нәмә лә күҙәтелмәй, спортсылар тырыша, бөтәһе лә һәйбәт бара, — тигән ул ошо көндәрҙә биргән интервьюһында.
Ҡытай — 17, АҠШ — 12, Көньяҡ Корея — 6, Франция — 5, Төньяҡ Корея — 4, Германия, Италия, Ҡаҙағстан өс алтын миҙал яулаған. Туғыҙынсы урындағы Япония иҫәбендә — 17 миҙал (икәүһе алтын). Эштәр бер ҙә һәйбәт барғанға оҡшамаған.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад