Милли футбол лигаһы беренселегенең дүртенсе турында өфөләр Белгород “Салют”ына ҡаршы алышта бер мәрәй яуланы. Игорь Колыбановтың командаһына еңеү өсөн дүрт минут ҡына етмәне.
Матч лигалағы ике яңы команда алышы һәм дүртенсе турҙағы иң мөһим мәлдәрҙең береһе булараҡ ҡаралды. Ярышсылар миҙгел башында яҡшы тәьҫир ҡалдырып, турнир таблицаһының өҫкө өлөшөндә урынлашты. Шул уҡ ваҡытта уйын тамашасыларҙы әллә ни ҡыуандырманы. Тәүге таймда хужалар ҡапҡаны алыу өсөн бер нисә мөһим мәлде файҙаланманы, ҡунаҡтар ҙа әллә ни әүҙемлек күрһәтмәне. Ярыштың икенсе яртыһында “Өфө” һөжүмсеһе Михаил Маркосов ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла бер гол индерҙе. Алға сыҡҡан өфөләр һөжүмдән баш тартып, яуланған өҫтөнлөктө һаҡлап ҡалыуҙы хуп күрҙе. Төп ваҡыттың һуңғы минутында “Салют” иҫәпте тигеҙләп, бер мәрәй алды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.