“Башҡортостан” гәзитенең 23 июнь һанындағы (№ 122) “Ҡырағай туристар ғауға ҡуптара” тигән мәҡәләне уҡып тетрәнһәм дә, ҡулыма ҡәләм алыуҙан бер аҙға тыйылып торҙом. Сөнки тәбиғәт хозурлығында ял итергә теләүселәрҙе әйҙәүсе урындар республикала ифрат күп. Үкенескә ҡаршы, Нөгөш, Үрек, Инйәр йылғаһы буйҙарында “ҡырағай” туризм сәскә ата.
1960 йылдарҙан бирле республикалағы туризм мөхите менән даими ҡыҙыҡһынып торған шәхес булараҡ, Архангел районының Тәүәкәс ауылы эргәһендә тыуған низағта өфөләрҙең ғәйепле булыуҙарына иманым камил. Беренсенән, эҫе көндә һыу инергә генә йылға буйына төшкән Илдар менән Иҙелдең бысаҡ менән ҡоралланып йөрөүе мөмкин түгел. Белеүебеҙсә, күпселек осраҡта ҡала мөхитендә үҫкәндәр һалҡын ҡорал менән эш итеүсән. Улар аяуһыҙ ҙа, бәғерһеҙ ҙә. Күреүебеҙсә, ошо әҙәмдәр егеткә бысаҡ терәп кенә ҡалмай, муйынын да яралай. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, ял итеүселәр “юғары дәрәжәләге” бәндәләрҙер, улар район полицияһына ғариза яҙыу менән генә сикләнмәй, эске эштәр министрына мөрәжәғәт итә, юғары органдың тәьҫире менәндер инде, 213-сө статья буйынса Илдар Усмановты, Иҙел Әхмәтҡужинды, Марс Гәрәевте изоляторға ябып та ҡуялар. Мәҡәләләге мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Тәүәкәс ауылы эргәһендә ял иткән “ҡырағай” туристарҙың үҙҙәрен хужаларса иркен тотоуы, урындағы халыҡтың теләге менән иҫәпләшмәүе, ауыл халҡына ҡарата түбәнһетеүле ҡарашта булыуы төҫмөрләнә. Күрәһең, улар ошолай ял итергә ғәҙәтләнгәндәрҙер. Әгәр ҙә Бөрйән, Мәләүез, Ишембай райондарына ҡараған Нөгөш, Үрек, Ҡолғаһау йылғалары буйҙарында ла ял итһәләр, уларҙың ҡыланышына ҡаршы һүҙ әйтерлек кешеләр табылмағандыр. Сөнки был йөҙҙәрсә саҡрымға һуҙылған киң майҙанда Ғәлиәкбәр һәм Үрге Нөгөш ауылдарынан башҡа ауыл юҡ. Тимәк, ял итеүгә мөмкинлеге булған аҡсалы әҙәмдәргә үҙҙәре нисек теләй, шулай ҡыланырға юл асыҡ...
Шуныһы ғәжәп: һуңғы йылдарҙа туризмды үҫтереү тураһында өҙлөкһөҙ һөйләйҙәр, ә битарафлығыбыҙ арҡаһында “ҡырағай” туризм сәскә ата. Аҫаба халыҡ менән ҡаланыҡылар араһында үҙ-ара яғалашып, хатта үлтерешеү сигенә етеү элек тә булды, күреүебеҙсә, бөгөн дә дауам итә.
Республикала туризмды үҫтереү өсөн ҡырағайлыҡты тулыһынса юҡҡа сығарырға көрәк. Кәйеф-сафа ҡороп, үҙе теләгәнсә ял итеп өйрәнгәндәргә кәртә ҡуйыу өсөн етәкселектең дә, барлыҡ йәмәғәт ойошмаларының да әүҙем эшләүе мотлаҡ. Туристик ойошмаларҙың эшмәкәрлеген көйләү маҡсатында төҙөлгән союз барлыҡҡа килеүгә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте, ләкин Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторған маршруттан башҡа эшмәкәрлеге күренмәй.
Битарафлыҡ ҡайһы саҡ оло фажиғәгә тарыта беҙҙе. Инйәр һәм Баҫыу йылғаһы буйҙарында ял итеүселәр, тейешле пунктта теркәлеп, мәҙәни ял итеү ҡағиҙәләрен күҙәтһә, ундай ҙур ғауға ла килеп сыҡмаҫ ине. Ҡыҫҡаһы, ҡырағай турист ул — тәбиғәтте ҡоротоусы, ғауға ҡуптарыусы. Теркәлеүһеҙ теләһә нисек ял итеүселәргә кәртә ҡуймайынса, туризмды үҫтереп булмаясаҡ.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.