“Еңмәйенсә, тыныслыҡ тапмайым”26.07.2012
“Еңмәйенсә, тыныслыҡ тапмайым”Әбйәлил районының Урал урта мәктәбендә тиҫтә йылға яҡын бокс һәм кикбоксинг түңәрәктәре уңышлы эшләй. Уларҙа шөғөлләнеүселәр араһында республикала ғына түгел, Рәсәйҙә танылыусылар бар.

Тап шундайҙарҙың береһе, Әлмөхәмәт ауылы ҡыҙы Алина Йәғәфәрова спортҡа осраҡлы килә. Ике туған апаһы Илсиәнең күнекмәләрен күҙәтеп ултырған ҡыҙыҡайҙа кикбоксинг менән шөғөлләнеү теләге тыуа. Башта үҙе өсөн генә йөрөргә ҡарар итһә лә, бер аҙ күнекмә алып, ярыштарҙа ҡатнаша башлағас, күңелендә ҡомар барлыҡҡа килеүен һиҙемләгән Алина V кластан алып әлегәсә (ул X класты тамамланы) Әлмөхәмәттән күрше Урал ауылына көн дә йәйәүләп күнекмәләргә йөрөй.
Буй-һыны, төҫ-ҡиәфәте менән сәнғәт кешеләренә тартым һөйкөмлө ҡыҙҙың спорттың ауыр төрөн һайлауы ғәжәпләндерҙе. Кикбоксингта бит йәрәхәт алыу ихтималлығы ҙур, хатта бит-йөҙөңдө ғүмерлеккә ғәрипләү осраҡтары ла юҡ түгел.
— Танауым һынған саҡтар булды, — ти Алина. — Ярышта дәғүәсеңде мөмкин тиклем “туҡмарға” тейешһең. Көс, таһыллыҡ, еңеүгә ынтылыш, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләгән спорт төрөн һайлауыма һис тә үкенмәйем. Һәр еңеүем сәм һәм дәрт өҫтәй.
Спортсы ҡыҙҙың тренеры Рөстәм Мәүлетдинов тәрбиәләнеүселәренә һәр саҡ иғтибарлы: уларҙы үҫтереү буйынса етди күнекмәләр үткәрә, һәр береһе менән даими шөғөлләнә. Асҡар ауылында үткән турнирҙа ҡатнашып, еңеүсе исемен яулаған Алина Йәғәфәроваға ҙур киңлектәр асыла: ул, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында ойошторолған ил беренселегендә ҡатнашып, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була.
Шуныһы аптырата: ауыл малайҙарының күпселегендә бокс, кикбоксинг менән шөғөлләнергә ниәт юҡ. Теләге булғандарының да елкәһе йоҡа — бер нисә күнекмәнән һуң, ауырлыҡҡа түҙмәй, спорт залына башҡаса аяҡтарын баҫмайҙар. Ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан Алина Йәғәфәрова иһә алдына ҡуйған бурысты атҡарып сығыу өсөн бар тырышлығын һала. Кикбоксинг сәләмәт йәшәүгә ылыҡтыра, ҡыйыу фекер йөрөтөргә ярҙам итә, һынауҙарға бөгөлмәҫкә өйрәтә, юғарылыҡҡа ынтылдыра, тип иҫәпләй ул.
Ҡыҙҙарының уңышына ата-әсәһе ихлас ҡыуана, уның үҫешенә бар яҡлап шарттар тыуҙырырға тырыша.
Ауыр, әммә мауыҡтырғыс спорт төрөн үҙ иткән Алина Йәғәфәрованың яулайһы бейеклектәре, алтын миҙалдары алда әле. Еңмәйенсә, күңелемдә тыныслыҡ тапмайым, тип үҙенә юғары талаптар ҡуйған Рәсәй чемпионының исеме спорт һөйөүселәргә оҙаҡ йылдар дауамында ишетеләсәгенә иманым камил.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад