Тәжрибә йәшлекте еңде25.07.2012
Тәжрибә йәшлекте еңдеӨфөнөң “Динамо” стадионында район һәм ҡала һабантуйҙарында еңгән көрәшселәр араһында чемпионат уҙҙы. Майҙанға төрлө ауырлыҡтағы 18 йәштән алып һәм унан өлкән йәштәгеләр, ветерандар сыҡты. Стәрлетамаҡтан Алик Яҡупов абсолют чемпион исемен яуланы.

Бихисап көйәрмәндәр араһында республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Искәндәров бар ине. Андрей Иванюта ҡотлау телмәрендә спортсыларға таһыллыҡ, сәм, уңыш теләне.
Ярыш ҡыҙыу башланып, аҙағынаса көсөргәнешле барҙы. Көрәшселәрҙең һәр береһе турнирҙың төп призы – автомобилгә эйә булырға тырышты. Ҡатнашыусылар ҙа көслө ине шул: донъя чемпиондары Альберт Рәхмәтуллин, Рәдиф Аҡсурин, өс тапҡыр донъя чемпионы Юрий Сабанов һәм башҡалар.
Ниһайәт, көн батырын асыҡлау мәле етте. Майҙан уртаһына ике бәһлеүән: Стәрлетамаҡтан өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Алик Яҡупов һәм уҡыусыһы, Мәләүез егете Альберт Рәхмәтулллин сыҡты. Сослоҡ яғынан бер-береһенән ҡалышмаған, бер-береһенә бирешмәгән көрәшселәр алышын көйәрмәндәр күҙ алмай күҙәтте, үҙ батырын ҡеүәтләне. Шулай ҙа был юлы тәжрибә йәшлекте еңде. 80 килограмм ауырлыҡта беренсе урын алған Алик Яҡупов абсолют чемпион исемен яуланы һәм уға еңел машина асҡысы тапшырылды.
Дөйөм команда һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында – Өфө көрәшселәре. Икенсе урынға Салауат районы батырҙары сыҡһа, өсөнсө урынды ауырғазылар алды. Бар еңеүселәр ҙә ойоштороусыларҙың кубоктары, грамоталары һәм приздары менән бүләкләнде.
Ф. ЕЙӘНСУРИН.


Вернуться назад