Спорт һөйөүсе ғаилә25.07.2012
Спорт һөйөүсе ғаиләРайон үҙәге Асҡарҙа йәшәүсе Наилә менән Фәнил Ғарраповтар хаҡында әбйәлилдәр тап шулай ти. Спорт менән дуҫ ғаиләнең уңыштары республикала ғына түгел, хатта Рәсәй күләмендә лә киң билдәле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғарраповтар — икеһе лә Асҡар дауаханаһының тәжрибәле табибы, үҙ эшенең оҫтаһы. Наилә һәм Фәнил сәләмәт тормошто йәшәү девизы итеп алған, йүгереү һәм саңғы спорты менән даими шөғөлләнә.

— Ваҡытыбыҙ тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, район, республика буйынса ярыштарҙан тыш, күрше Магнитогорск, Силәбе ҡалаларында үткән марафондарҙа, кростарҙа йыш ҡатнашырға тырышабыҙ, — ти Наилә Салауат ҡыҙы. — Спорт йәшәүгә дәрт, көс бирә. Ярыштарҙа үҙебеҙ кеүек ғаиләләр менән яҡындан аралашып, танышыу мөмкинлеге лә бар.
Ата-әсәһенән күреп, улдары Салауат менән Артур ҙа бәләкәйҙән спортты яратып үҫә. Бергәләшеп Азия — Европа марафонында, Белорет — Магнитогорск тау экстримы ярышында, Верхнеуральск кубогына үткән кроста ҡатнашыу бәхетенә өлгәшәләр. Шуныһы ҡыуаныслы: бер ярыштан да буш ҡул менән ҡайтмайҙар, призлы урындар ғына яулайҙар. Һәр еңеү артында — көндәлек күнегеүҙәр, дөрөҫ туҡланыу. Спорт өсөн күп кенә ылыҡтырғыс нәмәләрҙән баш тартырға тура килгәнлеген Ғарраповтар үҙҙәре генә белә. Шулай ҙа һайлаған юлдарынан тайпылырға йыйынмай улар, киреһенсә, дуҫтарын, туғандарын, хеҙмәттәштәрен дә үҙҙәре артынан әйҙәй. Хәйер, һуңғы ваҡытта күптәр сәләмәт тормош алып барыу яҡлы, шуға күрә Ғарраповтарҙы табып, уларҙан кәңәш һораусылар ҙа бар. Изге һөнәр һайлаусылар үҙҙәренең булмышы менән генә түгел, хатта йәшәүҙәре, сәләмәт тормошто үҙ итеүҙәре менән дә күптәргә өлгө.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад