Көньяҡ Кореялағы Тэгу ҡалаһындағы йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында тхэквондо буйынса ярыштар булды.
Был спорт төрөндә өфөләр төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы. Айҙар Усманов менән Эльвина Хәким чемпион исемен алһа, икенсе урын — Эвелина Мосабировала, “бронза” — Иван Кортунда. Миҙалсыларҙы тренер Олег Ештуков әҙерләгән.
Өфө спортсыларының еңеүе тураһындағы хәбәр килеү менән уларҙы һәм тренерҙарын телефон аша Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Әңгәмә барышында төбәк башлығы уларға артабан да уңыш һәм еңеү теләне.
Йәйге уйындар тамамланыу менән эстафетаны Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итәсәк. VI ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем барасаҡ. Унда тау саңғыһы, хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, сноубординг, саңғыла ярышыу кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү күҙаллана. Әле баш ҡалала ошо сараға әҙерлек әүҙем бара. Спорт объекттары һалына һәм төҙөкләндерелә, реклама кампанияһы алып барыла. 15 августан VI ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайтында (www.icg-ufa2013.com) ҡатнашыусыларҙы теркәү башланасаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.