Башҡортостан үҫмерҙәрендә — биш миҙал19.07.2012
V “Азия балалары” халыҡ-ара спорт уйындарында ҡатнашыусылар Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Беҙҙекеләр төрлө дәрәжәләге биш миҙал яуланы.

Уҡ атыу буйынса ярышта Мәләүез ҡалаһынан Татьяна Ищук иң юғары наградаға лайыҡ булды. Шашка уйынында Ишембайҙан Руфина Әйүпова көмөш миҙал алһа, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Дамир Рысаев бронзаны эләктерҙе. Бокс буйынса Октябрьскийҙан Павел Никоноров һәм тхэквондо буйынса Өфөнән Дарья Князева өсөнсө урын яуланы.
Ярыштар 4 — 15 июлдә Якутск ҡалаһында үтте. Сарала 26 илдән һәм Рәсәйҙең ете төбәгенән 1,5 меңдән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Республиканың 23 кешелек командаһына Стәрлетамаҡ, Өфө, Октябрьский, Мәләүез, Бөрө һәм Учалынан 1996 — 1998 йылдарҙа тыуған йәш спортсылар инде.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад