— Беҙ Милли футбол лигаһында тәүге еңеүгә бик шатбыҙ. Бай тарихлы команданы, легендар коллективты еңеү икеләтә ҡыуаныслы, — тине “Өфө” командаһының өлкән тренеры Виктор Лосев матбуғат конференцияһында. — Егеттәр рух күтәренкелеге кисерә, әммә тынысланырға ярамай. Әстрханда үтәсәк киләһе ярышҡа әҙерләнергә кәрәк.
Журналистар менән осрашыуға футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов та килгәйне.
— Көйәрмәндәребеҙгә футбол тамашаһы күрһәтергә теләнек, — тине Шамил Камил улы. — Башта уйында буталсыҡлыҡ күҙәтелгәндәй булды. Ләкин беҙ әкренләп күнектек, көс тупланыҡ һәм сифатлы уйын күрһәттек тигән фекерҙәмен. Әйтергә кәрәк, көндәрҙең эҫе тороуы уйынсыларға ҙур йоғонто яһай. Барыһына ла түҙеп, үҙҙәрен һәм ҡаршы команданы еңеп, еңеү яулаған егеттәргә рәхмәтлемен.
Матбуғат конференцияһында көйәрмәндәр менән эшләү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Шамил Ғәзизовтың фекеренсә, Мәскәүҙең “Торпедо”һын еңгәс тә стадионда барлыҡҡа килгән тәртипһеҙлек биҙәмәй. Әлбиттә, хис-тойғолар өҫтөнлөк итә, ләкин бының өсөн командаға штраф түләргә тура киләсәк. Икенсе яҡтан, көйәрмәндәрҙең дәртләндереүе — өҫтәмә көс биреү сараһы ул.
“Өфө” клубы өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмай. Киләһе уйында ул “Торпедо” менән алышта яуланған еңеүҙең аҙаҡҡыһы түгеллеген иҫбатларға ниәтләй.
Л. ФӘРИТОВА.