"Торпедо"ны ҡыйраттыҡ...19.07.2012
"Торпедо"ны ҡыйраттыҡ..."Өфө" командаһы Милли футбол лигаһындағы тәүге уйынынан һығымта яһаған, тигән фекергә килде был кистә көйәрмәндәр. Ни тиһәң дә, беҙҙең футболсылар Мәскәүҙең "Торпедо"һы ҡапҡаһына яуапһыҙ өс туп индерҙе бит!

Осрашыуҙың 37-се минутында иҫәпте ярымһаҡсы Александр Васильев асты. Әйткәндәй, ул – Өфө футболы тәрбиәләнеүсеһе, йәштән генә ЦСКА командаһына саҡырылып, шунда сығыш яһауға өлгәшкән уйынсы.
Икенсе таймда майҙанға һөжүмсе Виталий Галыш сыҡты. Ике минут та үтмәне, ул "Торпедо" ҡапҡасыһының кәйефен тағы төшөрҙө. Ә осрашыу аҙағына ҡунаҡтар намыҫ өсөн генә уйнай ине, сөнки 83-сө минутта тынғыһыҙ Галыш иҫәпте 3:0 яһаны! Уға Бразилиянан килгән легионер Диего Карлос пас бирҙе. Әйткәндәй, тағы бер легионер Вильям Оливейроның уйынын да көйәрмәндәр юғары баһаланы.
Сер түгел, уйын ике яҡҡа ла еңел бирелмәне. Ни тиһәң дә, был кис һауа температураһы 35 градус эҫене күрһәтте. Әммә "Өфө"ләрҙең ихтыяр көсөнә һоҡланырлыҡ ине.
Виталий Галыш трибунала көйәрмәндәрҙең күплегенә ҡыуаныс белдерҙе. "Быйылғы миҙгелдә стадионда халыҡ һәр ваҡыт шығырым тулы булыр тип ышанам", – тине уйынсы.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад