“Спартак-Нальчик”ка яза бирелде14.07.2012
Милли футбол лигаһы беренселегенең тәүге турынан һуң Рәсәй Футбол союзының контроль-дисциплина комитеты ултырышы булды. Унда уйын делегаттарының рапорты ҡаралды.

Ултырышта бер нисә дисциплинар яза сараһы билдәләнде. “Өфө” командаһы менән Калининградтың “Балтика”һы араһындағы уйында көйәрмәндәргә пиротехника файҙаланған өсөн 20 мең һум штраф һалынды. “Спартак-Нальчик” һәм баш ҡаланың “Торпедо” командаларына ҡарата ошондай уҡ яза сараһы күрелде. Әйткәндәй, “Өфө” бәхәсле пенальти арҡаһында Нальчиктан еңелде.
Милли футбол лигаһындағы ҡанундар “йондоҙҙарҙы” ла яҡлап тормай: “Себер” командаһының баш тренеры Сергей Юран техник зонанан ситкә сыҡҡан өсөн 5 мең һум штраф түләйәсәк.
С. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад