Өфөлә йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге бара. Был ярыштар Европа чемпионатына һайлап алырға мөмкинлек бирәсәк.
Дүрт километрлыҡ спринтта ир-егеттәр араһында Мурманск өлкәһенән Александр Качановский еңеү яуланы, Төмән өлкәһенән Сергей Баландин — икенсе, Өфөнән Рөстәм Дәүләтшин өсөнсө булып килде.
Үҫмерҙәр араһында Ульяновск өлкәһенән Юрий Шопин алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урынға Мурманск өлкәһенән Андрей Свобода сыҡты, Өфөнән Кирилл Комаров “бронза” менән ҡәнәғәтләнде.
Өс километр арауыҡҡа ҡатын-ҡыҙҙар ярышында Пермдән Александра Валишина беренселекте алһа, Томск өлкәһенән Алена Хохлова — икенсе, Өфөнән Татьяна Казакова өсөнсө урынды яуланы.
Үҫмерҙәр араһында беренсе — Новосибирск өлкәһенән Елена Яркова, икенсе — Ҡалтасы районынан Луиза Дмитриева, өсөнсө — Һамар өлкәһенән Екатерина Хрисанова.
Турнир 15 июлдә тамамлана.
А. ХӘЛИЛОВ.