Оливейра “Өфө” клубында уйнаясаҡ11.07.2012
Оливейра “Өфө” клубында уйнаясаҡЯҡын арала “Өфө” футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизовтың һәм клубты ойоштороусылар советы рәйесе Марат Мәһәҙиевтең вәғәҙәһе тормошҡа ашыуы ихтимал. Уйынсылар араһында Бразилия вәкилдәрен дә күреүебеҙ мөмкин.

Уҙған миҙгелдә Брянскиҙың “Динамо” командаһында уйнаған Артур Вильям де Оливейра Өфөгә килгән, тигән хәбәр йөрөй. Оливейра 1982 йылдың 20 октябрендә тыуған. 2002–2006 йылдарҙа “Реал Бразил” (Бразилия), 2006– 2007 йылдарҙа — “Срем”, 2008 йылда ОФК (икеһе лә — Сербия) командаларында уйнаған. 2009 йылдан Рәсәйҙә төпләнде. 2009–2010 йылдарҙа — “Амкар”ҙа (Пермь), 2010 — “Шинник”та (Ярославль), 2010–2011 йылдарҙа “Динамо”ла (Брянск) сығыш яһаған. Әле Өфө клубы менән килешеү төҙөргә уйлай.
Мәскәүҙең ЦСКА командаһында сығыш яһаған яҡташыбыҙ Александр Васильев та “Өфө” футбол клубы менән килешеү төҙөнө.
Быға тиклем ул әүәлге командаһында ҡаласаҡ тигән фекер йөрөй ине. “Өфө” клубы Милли футбол лигаһында урын алғас, генераль директор Шамил Ғәзизов йәш уйынсы менән һөйләшеү өсөн илебеҙҙең баш ҡалаһына юлланды.
— Шамил Ғәзизов, Башҡортостан етәкселеге Өфөнән сыҡҡан иң яҡшы футболсыларҙы йыйыу бурысын ҡуйҙы, тине. Атай-әсәйем, туғандарымдың күбеһе шунда йәшәй. Үҙем дә Өфөлә тыуҙым, футбол менән мауығыуым да ошо ҡалала башланды, — тине Александр Васильев. — Аҡса мәсьәләһе түгел, ә Шамил Камил улының, Башҡортостанда футболға мөнәсәбәт хәҙер тамырынан үҙгәрҙе, тигән һүҙҙәре ошондай ҡарарға килеүемә сәбәпсе булды. “Өфө” футбол клубына файҙа килтерермен, тип ышанам.
“Өфө” командаһы яңы составта Нальчиктың “Спартак“ футболсылары менән тәүге осрашыуын үткәрҙе лә инде. Тик яҡташтарыбыҙ 1:0 иҫәбе менән еңелеүгә дусар булды. “Тәүге ҡоймаҡ — төйөрлө”, тиҙәр. Туған командабыҙға киләсәктә уңыштар юлдаш булыр тигән теләктәбеҙ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад