Өфөлә 19 йәшкә тиклемгеләр араһында теннис буйынса Рәсәйҙең команда беренселеге тамамланды. Башҡортостандың үҫмерҙәр командаһы, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы спортсыларын үтеп, беренсе урынды яуланы.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Теннис буйынса олимпия резервындағы республика балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фаил Хафизовҡа, Башҡортостан Республикаһы командаһының еңеүе менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.
“Андрей Савельев, Федор Червяков һәм Сергей Кудряшов ингән командабыҙ көсөргәнешле ярышта 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында теннис буйынса Рәсәйҙең команда беренселегендә алдынғылыҡты яуланы. Спортсыларға, шулай уҡ команда етәксеһенә, тренер Р. Нурғәлиевкә юғары спорт оҫталығы, ныҡышмалылыҡ һәм еңеүгә ихтыяр көсө өсөн рәхмәт белдерәм. Республика тенниссылары Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандың абруйын артабан да нығытыр, тип өмөтләнәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм Башҡортостан, бөтөн Рәсәй даны хаҡына яңы еңеүҙәр теләйем!” — тиелә республика Президенты ҡотлауында.
Дмитрий СЛЕЗИН.