— Беҙҙең клуб һис тә бер урында тапанмай, киреһенсә, йыл ярым ваҡыт эсендә күпте кисерҙе, айырыуса һуңғы айҙа ҡыуаныслы яңылыҡтар килтерҙе. 2 июлдә уны Мәскәүҙә Футбол милли лигаһында ҡатнашыусы булараҡ раҫланылар, — тип һөйләне “Өфө” футбол клубының ойоштороусылар советы рәйесе, Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиев журналистар менән әңгәмәлә.
Һис шикһеҙ, әлеге ваҡиға — тотош республика спорты өсөн етди ҡаҙаныш. Марат Шәриф улының әйтеүенсә, киләһе уйындарҙа Футбол милли лигаһының даими ағзаларына дәғүәсе булырлыҡ команданы ҡыҫҡа ваҡытта туплау мөмкин түгел, шулай ҙа ошо көндәрҙә уның составы хаҡында һуңғы ҡарар ҡылынырға тейеш. Иң яҡшы футболсылар һайлап алына, көҙгәсә клубтың тағы ла тулыландырылыуы ихтимал. Атап әйткәндә, Өфөлә тәрбиәләнгән, әле Мәскәүҙең ЦСКА-һы һәм “Динамо”һы өсөн премьер-лигала уйнаған Александр Васильев менән Юрий Кирилловты йәлеп итергә уйлайҙар.
Клуб өсөн резервты “Өфө-2” һәм Учалылағы “Таусы” клубтарында әҙерләйәсәктәр. Баш ҡалабыҙҙағы “Динамо” стадионында бығаса Мәскәүҙең “Лужники”һында ғына булған заманса яһалма сиҙәм түшәләсәк, әммә өҫтәмә трибуналар ҡуйырға ниәттәре юҡ, сөнки “Өфө” клубы бында бер миҙгелдән оҙаҡ торорға йыйынмай. Республиканың төп футбол командаһы артабан 18 мең тамашасы һыймалы “Нефтсе” стадионында даими уйнаясаҡ. Унда әле реконструкция бара. Ошо уҡ майҙанда клуб дирекцияһы, Башҡортостандың Футбол федерацияһы һәм Футбол академияһы ла урынлашасаҡ.
Марат Мәһәҙиевтең фекеренсә, киләһе уйындарҙа төп маҡсат лигала тороп ҡалыу ғына түгел, ә тәжрибә туплау һәм ойоштороу кимәлен яҡшыртыу ҙа булырға тейеш. 9 июлдә Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһындағы тәүге уйында сирҡаныс алғандан һуң, 16-һында “Өфө” үҙ майҙанында Мәскәүҙең “Торпедо”һын ҡабул итә. Матчты теләгән һәр кем барып ҡарай ала, тине клуб етәксеһе.
Я. УСМАНОВ.