Беҙҙекеләргә кем етә?19.06.2012
Тамара Танһыҡҡужина — президент

Ишембайҙа Рәсәй халыҡ-ара шашка федерацияһының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Унда илдең 11 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.
Федерацияның президенты итеп биш тапҡыр донъя чемпионы, Халыҡ-ара гроссмейстер, Башҡортостандың Шашка федерацияһы рәйесе, республиканың йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды. Ул был вазифала дүрт йыл эшләйәсәк. Бығаса федерацияға Юрий Черток етәкселек иткәйне.

Искәндәр бирешмәне

Башҡортостан ҡыҙҙары менән егеттәренең спорт ярыштарындағы еңеүҙәре тос.
Мәскәүҙә үткән ХIV Бөтә Рәсәй “Мәскәү йәшлеге” турнирында ла беҙҙекеләр һоҡланғыс уңышҡа өлгәште. 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Әхмәтов фехтование буйынса шәхси беренселектә алтын миҙал яуланы.

Олимпиадала кемдәр ҡатнашасаҡ?


Лондонда үтәсәк ХХХ йәйге Олимпия уйындарында Башҡортостандан ҡатнашасаҡ спортсыларҙың исемлеге асыҡланды.
Лилиә Шобухова менән Григорий Андреев (еңел атлетика, марафон), Реналь Ғәлиев (фехтование), Антон Ангин (йөҙөү), Елена Савельева (бокс) йыйылма команда составында Рәсәй данын яҡлаясаҡ.
Ә бына Паралимпия уйындарына 19 кеше юлланасаҡ. Улар: Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Артем Тайганов, Илдар Помыкалов, Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева, Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хаматшин, Тимур Фәйзуллин, Олег Крецул, Рәлиә Ғәликәева. Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһында Башҡортостан вәкилдәре иң күбе. Шулай ҙа был исемлектең артыуы ихтимал. Күп спорт төрҙәре буйынса һайлап алыу ярыштары июль башына ҡәҙәр дауам итә.

Ирәндек батыры

Сибайҙа тәүге тапҡыр “Ирәндек батыры-2012” исеме аҫтында республика спорт фестивале үтте.
Программаға милли көрәш, еңел атлетика, пневматик винтовканан атыу индерелгәйне. Ярышта Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан, Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан 70-кә яҡын көрәшсе ҡатнашты. 16–18 йәшлек егеттәр төркөмөндә Баймаҡтан Даян Ғүмәров иң көслөһө тип танылды. Ә 19 һәм унан өлкәндәр араһында Силәбе егете Айҙар Байсурин “Ирәндек батыры” тигән исемгә лайыҡ булды.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад