Халҡыбыҙ футбол буйынса Европаның иң көслө командалары араһындағы ярышты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур байрам булырға тейешле сара көйәрмәндәрҙең алышына әүерелә бара. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, яңыраҡ Рәсәй көйәрмәндәрен Польшала туҡмап киткәндәр. Ғөмүмән, бөгөн Интернет был хаҡта яҙмалар менән тулы: бер ҡунаҡхана алдында икәүҙе бәргесләгәндәр, ниндәйҙер кафела телевизор аша уйынды күҙәткән Рәсәй менән Англия кешеләренә ныҡ ҡына эләккән... Битлек кейгән мыҡты кәүҙәле поляктар ҡайҙандыр килеп сыға ла, бер сәбәбен дә әйтмәй, йоҙроҡларға тотона, ти.
Варшавалағы власть әһелдәре менән алдан килешеү буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһын ҡеүәтләү йөҙөнән ойошторолған марш та һуғышһыҙ үтмәй. Унда беҙҙең илдең биш меңгә яҡын гражданы ҡатнаша. Сара башланғанда поляктар ауыҙынан йәмһеҙ һүҙҙәр ишетелһә лә, беҙҙекеләр үҙен тыныс тота, әммә, стадионға етә башлағас, урындағы фанаттар йөҙгә-йөҙ һуғышырға тотона. Ярай әле Польша полицияһы Рәсәй көйәрмәндәренә ярҙамға килә.
Хәҙер инде барлыҡ халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алған Европа чемпионаты ҡорбанһыҙ ғына үтеп китһен тип теләргә ҡала. Спортты сәйәсәт һәм һуғыш яланына әйләндереүҙән бер кем дә отмаясаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.