“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке көн Балашихала овертаймда хужалар файҙаһына тамамланғайны (4:3). Бөгөн дә осрашыу унда уҙа. Ҡаршы тороу ҡыҙа ғына. Беренсенән, беренсе уйында өҫтәмә ваҡытта судьялар юлаевсылар ҡапҡаһына бик бәхәсле голды һананы. Икенсенән, унда беҙҙең клубтың талисманын трибунаға индермәнеләр. Хәҙер килеп, хужаларҙың маскоты “Ҡарсыға” уны икенсе көс һынашыуға саҡырып видеояҙма ебәргән. Әммә беҙҙекеләр баш тартҡан, сөнки “Авангард” етәкселеге рәсми рәүештә быны тыйған хат ебәргәйне.
Хәҙер килеп беҙҙең талисман “Өфө-Арена” алдында видеоға төшөп, “юҡ инде, һеҙ беҙгә килегеҙ” тип, “Ҡарсыға”ны өсөнсө һәм дүртенсе матчтарға баш ҡалабыҙға саҡырҙы. Был саҡырыу еңелсә юмор менән эшләнде. Һәр хәлдә саҡырыу ҡунаҡтарҙың сәменә тейеберәк яңғырай.
Шуға күрә бөгөн боҙҙа ниндәй осҡондар сәсрәгәнен күрербеҙ.