Өфө еңергә тейеш!14.06.2012
— Беҙҙең мәсьәләне шулай тиҙ хәл иткән осрашыуҙың булғаны юҡ ине әле.
— Эйе, беҙҙә спортҡа иғтибар иң юғары кимәлдә һәм ҡарарҙар ҙа шунда уҡ ҡабул ителә.

Республика йортоноң лифтында ошондай һөйләшеүгә шаһит булдым. Бөтә донъя уйындары халыҡ-ара ассоциацияһы президенты Рон Фроелих менән Рәсәйҙең Милли һәм Олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса комитеты вәкилдәренең аралашыуы ине был.
Уға тиклем Рон Фроелих әфәнде менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми эш осрашыуы үткәрҙе. Һүҙ 2021 йылда Өфөлә Милли һәм Олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса Бөтә донъя уйындарын үткәреү мөмкинлеге хаҡында барҙы.
Был уйындар дүрт йылға бер тапҡыр спорттың 30-ҙан ашыу төрө буйынса уҙғарыла. Унда Олимпия уйындарына индерелмәгән төрҙәр ҡарай. 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын Өфөлә уҙғарыу мөмкинлеген ҡарау өсөн яңыраҡ Башҡортостандың рәсми делегацияһы Колумбияла булып ҡайтты. Әле иһә Халыҡ-ара ассоциация вәкилдәре Өфөгә ҡаланың әҙерлек кимәле, инфраструктураһы, мәҙәниәте менән танышыу өсөн килде.
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, был осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, — тип башланы һүҙен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Уйындарҙы Өфөлә уҙғарыуға дәғүәләшеү Рәсәй Президенты һәм Премьер-министры менән килешелгән. Беҙҙе алда көсөргәнешле эш һәм әҙерлек көтә. Сығымдарҙың ҙур буласағына ла әҙербеҙ. Төҙөләсәк объекттар ҙа күп. Шулай ҙа Халыҡ-ара уйындарҙың Өфөлә үтеүен теләйбеҙ.
— Беҙ Өфө менән әлегә әҙ генә танышбыҙ. Шулай ҙа ул беҙгә бик оҡшаны, йәшеллеге менән айырыуса күңелде арбай. Спорт объекттары яҡшы хәлдә, — тине үҙ сиратында Рон Фроелих.
Рөстәм Хәмитов яңы ҡунаҡханалар, ҙур бизнес-үҙәктәр төҙөләсәге хаҡында әйтте. Уйындарҙың ниндәй ҡалала үтеү мәсьәләһе 2014 – 2015 йылдарҙа хәл ителәсәк. Шулай ҙа ҡунаҡтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөнөң был дәғүәселектә еңеү мөмкинлеге ҙур.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад