Япондар беҙҙе лә тәртипкә өйрәтте...22.03.2019
Кисә Рәсәй йыйылма командаһы футбол буйынса 2020 йылғы Европа чемпионатының һайлап алыу турында Бельгия вәкилдәре менән осрашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ватандаштарыбыҙ 1:3 иҫәбенә отолдо. Брюсселдә уҙған матчта берҙән-бер голды беҙҙән Денис Черышев индерҙе.

Был күңелһеҙлеккә ҡарамай, Рәсәй уйынсылары үҙҙәренең артынан кейенеү-сисенеү бүлмәһен йыйыштырып китте. “Твиттер” селтәрендә тап-таҙа бина фотоһүрәтен күргән Бельгия командаһы бының өсөн үҙенең рәхмәтен белдерҙе.

Әйткәндәй, былтыр илебеҙҙә үткән донъя чемпионатында Япония йыйылма командаһы шундай өлгө күрһәткәйне. Уларҙың көйәрмәндәре лә стадионда үҙҙәренең артынан йыйыштырып китте.


Вернуться назад