Өфөлә яңы Ҡатнаш һуғыш төрҙәре үҙәгендә (ММА) Волга буйы федераль округы беренселегенә әҙерлек бара.
Ярыш 29 марттан 1 апрелгәсә Һарытау ҡалаһында уҙасаҡ. Быйыл унда беҙҙең республика данын 12 спортсы яҡлаясаҡ.
Башҡорт һуғышсыларын Хәбиб Нурмагомедовтың туғаны Абдурахман Нурмагомедов күнектерә. Ә зал стенаһында, егеттәрҙе дәртләндереп, UFC чемпионы Хәбибтең портреты төшөрөлгән плакат эленеп тора.
Абдурахман беҙҙең спортсыларҙың көсөнә ышана, улар беренсе-икенсе урындарҙы яуларлыҡ, ти.