“Ҡайһы егетте атып алырға икән?..”22.03.2019
Кисә Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә балалар араһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған традицион яндан уҡ атыу буйынса I район турниры үтте.

Унда 7-17 йәшлек уҡыусылар ике йәш төркөмөнә бүленеп ҡатнашты. Еңеүселәр ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында айырым билдәләнде. Балаларға ярышҡа милли кейемдә килеү мотлаҡ ине.

Өс этаптан һәм махсус бүләктәр өсөн атыштан торған турнирҙың ойоштороусылары Бөрйән районының мәғариф бүлеге, Әбделмәмбәт урта мәктәбе, төбәк башҡорттары ҡоролтайы булды.

Ярышта Әбделмәмбәт, Яңы Мөсәт, Монасип уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәне.



Вернуться назад