Ҡайһы саҡта 32 секунд етә...21.03.2019
Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы кубок өсөн уйындарҙағы өсөнсө матчта упҡын ситенә килеп баҫҡайны...

Түбәнге Новгородтың СКИФ клубы менән серияла тәүге осрашыуҙа уңыш беҙҙекеләргә йылмайманы – 1:2 иҫәбенә еңелгәйнеләр. Артабан инде яҡташтарыбыҙ өҫтөнөрәк булды – 4:2.

Өсөнсө матчта кем ота, шул финалға сыға ине. Өмөтһөҙлөккә бирелгәйнек тиерлек, сөнки үҙ боҙобоҙҙа уйын бөтөргә ете минут ҡалғанда таблола 0:3 һандары яна ине. Ә ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһы – Салауат районының Малаяҙ ауылы ҡыҙы Диана Фәрхетдинова ышаныслы торҙо.

Шунда “Ағиҙел” ҡыҙҙары йоҡонан уянып киткәндәй булды. Һәм... 32 секунд эсендә өс гол индерҙеләр! Иҫәп тигеҙ, артабан – овертайм. Унда иһә Ольга Сосина был көс һынашыуға нөктә ҡуйҙы – 4:3. Әйткәндәй, Ольга хет-трик эшләне, йәғни өс шайба хужаһы булды.

Хәҙер өфөләр финалда Санкт-Петербургтан “Динамо” командаһы менән сәкәләшәсәк. Беренсе-икенсе осрашыу 20 һәм 21 апрелдә баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ.


Вернуться назад