Ярышта бөгөн өҫтөнлөк алһаҡ, ярымфиналда еңеүгә бер генә аҙым ҡаласаҡ. Ошо маҡсат торҙо әлеге уйында беҙҙең команда алдында.“Автомобилист”, әлбиттә, юл бирмәҫкә тырышты. Шулай ҙа “Салауат Юлаев”ты бөгөн туҡтатырлыҡ түгел ине: һис ниндәй ҡаршылыҡҡа бирешмәй, тик алға уҡталды ул. Өсөнсө осорға 4:1 иҫәбе менән ингәс, “Автомобилист” беҙҙең ҡапҡаға тағы бер шайба индереүгә өлгәште, әлбиттә. Шулай ҙа “Салауат”ҡа етә алманы.
Еңеү – йәнә беҙҙә! Хәҙер серияла иҫәп – 3:1. Был уйын, һис шикһеҙ, республиканың бар халҡы, айырыуса бөгөн 55 йәшен билдәләгән етәксебеҙ Радий Хәбиров өсөн ҙур бүләк булды. Рәхмәт, “Салауат Юлаев”!