Бөгөн Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында "Һунар. Балыҡсылыҡ. Туризм" тигән махсус күргәҙмә бара. Халыҡ күп килә, айырыуса оло быуын кешеләре шифаханалар, сәйәхәт турҙары менән ҡыҙыҡһына.
– Был күргәҙмә беҙҙең республикалағы турҙарҙы, маршруттарҙы халыҡҡа еткереү мөмкинлеген тыуҙыра. Сара дүрт көн буйына барасаҡ. Уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, асыҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, – ти Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев.