Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн"19.03.2019
“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Тархан” волейбол клубы етәкселәре һәм уйынсылары менән аралашты.

Директор Илһам Зарипов команданың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне һәм клубты финанслау мәсьәләһен хәл итеүҙе һораны.

“Беҙҙең йыллыҡ мохтажлыҡ – 53 миллион һум, – тине ул. – 2017 йылда ла, былтыр ҙа 33 миллион һум ғына бүленде. Бурысҡа батыу сәбәпле команданан 12 уйынсы китте, был, әлбиттә, эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә кире йоғонто яһаны”.

Радий Хәбиров клуб етәкселеген һәм уйынсыларҙы волейбол командаһына ярҙам буласағына ярҙам буласағына, аҡсаның тейешле кимәлдә бүленәсәгенә ышандырҙы.

“Иң мөһиме – һеҙ яҡшы уйнағыҙ, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрөгөҙ, – тине ул. – Мин һәр ваҡыт спорт өсөн, беҙҙең һөнәри командаларға ла булышлыҡ итәсәкмен. Балалар спортын үҫтереү ҙә бик мөһим. Әле Өфөлә балалар спорт мәктәбе-интернатын асыу мөмкинлеген эҙләйбеҙ”.


Вернуться назад