Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 24 мартта Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” тип аталған республика ат турниры үтә.Сара юғары сифаттағы форматта (HD) күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.
“Беҙ быны күп камералы күсмә телевизион системаны йәлеп итеп эшләйәсәкбеҙ. Сифат башҡа спорт трансляцияларыныҡынан, атап әйткәндә, хоккейҙыҡынан кәм булмаясаҡ. Өфө КХЛ уйындарын күрһәтеү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй, “Топ-3” иҫәбендәбеҙ”, – тине компания директоры.
Мәғлүм булыуынса, “Терра Башҡортостан” – республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған сараларҙың береһе. Программала мәҙәни-тарихи экспозиция, бәйгеләр, спорт ярыштары, концерт, мауыҡтырғыс викториналар ҡаралған.
Әйтеүҙәренсә, “Аҡбуҙат” ипподромы турнирға тулыһынса әҙер. Сара сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай.