Белорет металлургия комбинатында тау саңғыһы буйынса ярыштар тамамланды. Унда предприятиеның 20 цехынан 100-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Был ярыштар БМК спартакиадаһының ҡышҡы этабын япты. “Морат” тау саңғыһы комплексында уҙғарылған сара “слалом –гигант“ дисциплинаһында биш йәш категорияһында ойошторолдо.
Традицияға ярашлы, стартҡа беренсе булып БМК-ның генераль директоры Виктор Камелин баҫты. Призлы урындарҙы яулаусылар почет грамоталары һәм сертификаттар менән бүләкләнде.