Киләй ауылы ҡыҙы Светлана Лобанова тормошон спорт менән бәйләүенә үкенмәй. Ете йәшендә штанга күтәреү менән шөғөлләнә башлаған ҡыҙ бөгөн ауыр атлетика буйынса “Халыҡ-ара класлы спорт мастеры” исемен йөрөтә.
Киләй ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә шөғөлләнгәндә спортсының тәүге тренеры һәм рухландырыусыһы атаһы Павел Лобанов була. Тырыш, ныҡышмал Светлана йәштән үк төбәктә генә түгел, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ла сәмләнеп ҡатнаша. Былтыр Пенза ҡалаһында үткән ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында 69 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, 100 килограмлыҡ штанганы кинәт күтәреүҙә — көмөш, ә этәреп күтәреүҙә (118 килограмм) бронза миҙал яуланы. Унан, ике күнегеүҙе бер юлы башҡарып, пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
— Миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары түгел, ә спорттың йәшәү рәүешенә әүерелеүе мөһим, — ти Светлана. — Йәштәр спортҡа битараф булмаһын ине — ул үҙ-үҙеңә ышаныс, рух тәрбиәләй, маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәтә.
Әле Светлана Лобанова Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт физкультура университетында белем ала. Киләсәктә тренер булырға теләй.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.