Панин юҡ тип паникаға бирелмәйек18.03.2019
“Салауат Юлаев”тың үҙ боҙонда “Автомобилист”ҡа ҡаршы осрашыуына һанаулы ғына сәғәт-минуттар ҡалды, ә өфөләрҙең проблемалары күбәйә генә.

Был командалар араһындағы икенсе уйын беҙҙең өсөн насар тамамланғайны. Хәтерегеҙҙәлер, яҡташтарыбыҙ шәмбелә 0:2 иҫәбенә еңелде. Серияла көстәр ҙә тигеҙләнде.

Бөгөн Өфөлә өсөнсө матч уҙа. Әммә унда һаҡсы Григорий Панин ҡатнашмаясаҡ. Ул ҡағиҙә боҙған өсөн ике матчлыҡ дисквалификация алды. Хәҙер юлаевсылар етәкселеге уны кемгә алмаштырырға тип баш вата. Боҙға “Металлург” менән сәкәләшкәндә бармағын һындырған Павел Коледов сығыр тип күҙаллана. Ләкин ул тулыһынса йүнәлеп бөттөмө икән һуң?..

Ул арала белгестәр ҡайһы командаға өҫтөнлөктө бирергә белмәй аптырана. Дәғүәселәрҙең көстәре тигеҙ тип иҫәпләнә. Кискеһен күрербеҙ.




Вернуться назад