Йылайыр районы үҙәгендә Урал аръяғы райондарының хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада үтте. Унда һигеҙ команда ҡатнашты.Атап әйткәндә, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы спорт һөйөүселәре үҙ-ара көс һынашты.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов әйтеүенсә, спартакиаданы йыл да бер төбәк ҡабул итә. Быйыл йылайырҙар сараны юғары кимәлдә ойошторған, спорт ярыштарында һәр команда ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Әбйәлилдәрҙән ярышҡа ун кеше килгән.
Сәләмәт тормошто пропагандалаған, хеҙмәттән бер аҙ арынып, ял итеү мөмкинлеген биргән, аралашыу, фекер алышыу майҙанына әйләнгән саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалған. Спартакиада еңеүселәре булып Сибай ҡалаһы командаһы танылған.
Киләһе сара Бөрйән районында үткәреләсәк.