Киләһе йәкшәмбе "Аҡбуҙат" көтә17.03.2019
Башҡортостандың тарихын атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

Шуға ла республикабыҙҙың 100 йыллығын билдәләү барышында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турниры уҙғарыу ныҡлы нигеҙле сара булып тора. 24 мартта “Аҡбуҙат” ипподромында уҙасаҡ бәйгелә Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан райондарынан ҡатнашасаҡтар.

Башҡорт тоҡомло аттарға айырым иғтибар биреләсәк. Турнир республикала милли йолаларҙы, ат спортын үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыу маҡсатын алған телепроектҡа ярашлы үтә.

Сара сәғәт 12-лә башлана. Икенсе өлөшөндә – эстрада концерты. Инеү бушлай.


Вернуться назад