Кемдәр аҡыллыраҡ: аҡтармы, ҡаралармы?15.03.2019
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ғәҙәти булмаған шахмат турниры булды: һары сәсле гүзәл заттар ҡара сәслеләре менән көс һынашты. 12 ҡатнашыусы араһында төрлө йәштәгеләре һәм төрлө һөнәр эйәләре бар ине.

Башҡортостан Республи­каһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова турнирҙа ҡатнашҡан һәр йәш шахматсының күҙҙә­рендә ғәм һәм аҡыл булыуын билдәләне.

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтулли­наның ҡатнашыуы сараға мәр­тәбә өҫтәне. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы йәш ҡыҙҙар менән шахмат уйнап алырға ла өлгөрҙө.

— Тап ошо спорт төрөнөң көслөләр, аҡыллылар, спорт һөйөүселәр һәм тәрән фекер йөрөтөүселәр өсөн икәнлеге һәр кемгә лә мәғлүм. “Шахматты – мәктәптәргә” проектының бөгөн беренсе аҙым яһауы бик ҡыуаныслы хәл. Был уйын бик мауыҡтырғыс, һәм ул бөгөн балаларға бигерәк тә кәрәк, сөнки интернет селтәренә, гаджеттарға ваҡыт сарыф итеүгә ҡаршы лайыҡлы сара булырға тейеш, – тине ул.

Зөһрә Рәхмәтуллина феке­ренсә, шахматҡа ил, республика кимәлендә иғтибар ҙур. Яңы проект балаларҙың зиһе­нен үҫтереү, уларҙы уйлы-фекерле итеү, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендә ярҙам итеү маҡсаты менән бойомға ашырыла.

Ошо проекттың ун беренсе этабы булған шахматсы ҡыҙҙар турниры ҡара сәсле һылыуҙар­ҙың һары сәслеләрҙе 9:3 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды. Етди йөҙ менән шахмат таҡтаһында ышаныслы хәрә­кәт­тәр эшләгән ҡыҙҙар ысын мә­ғәнәһендә һоҡланырға мәж­бүр итә. Шахмат уйындарының зиһенде үҫтереп кенә ҡалмай, тормошта ла үҙ-үҙеңә, һәр яһаған аҙымыңдың дөрөҫлө­гөнә ышанырға ярҙам итеүенә инанаһың.


Вернуться назад