Спортсы ...бер тин эш хаҡы алған15.03.2019
Рәсәйҙең фигуралы шыуыу оҫталары үҙҙәренең хеҙмәт хаҡы бәләкәй булыуға зарлана. Бетина Попова менән Сергей Мозгов Sport24 сайты хәбәрселәренә биргән интервьюһында шулай тип белдерә.

Спортсылар уларға түләнгән аҡсаға Мәскәүҙә йәшәүе мөмкин түгел, ти. Реклама килешеүҙәре булмаһа, йүнәлешле федерациянан һәм министрлыҡтан килгән эш хаҡы айына 30 мең һумға ла етмәй икән. Шуға күрә өҫтәмә рәүештә балаларҙы күнектерергә мәжбүрҙәр. Мозгов хатта бер мәл үҙенә бер тин аҡса күсереүҙәрен билдәләй.

Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы булғанда уға 120 мең һум түләүен түләйҙәр ул, әммә шул уҡ ваҡытта икенсе берәү йөҙ мең һумға күберәк ала.
Әйткәндәй, Попова менән Мозгов яңы ғына Красноярск ҡалаһында уҙған Универсиадала фигуралы шыуыуҙа еңеүсе булды.



Вернуться назад