“Салауат Юлаев” артынса Өфөнөң “Толпар” йәштәр хоккей командаһы ла плей-офтың икенсе раундына сыҡты.
Тәүге әйләнештә беҙҙең егеттәр Татарстандан Түбәнге Кама ҡалаһының “Реактор” командаһы менән сәкәләште. Һәм дүртенсе осрашыуҙа овертаймда 3:2 иҫәбенә еңеп, серияға нөктә ҡуйҙылар (3:1). Йәштәр хоккей лигаһында мачтар өс еңеүгәсә бара.
“Толпар”ҙың сираттағы дәғүәсеһе иртәгә билдәле буласаҡ.