Быйыл йәй Башҡортостанда Халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. Әле уға әҙерлек эштәре бара.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда тап ошо сараға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Әйткәндәй, Рәсәй йәйге уйындарҙы беренсе тапҡыр ҡабул итә. Ә Өфөлә уларҙың ҡышҡыһы уҙғарылғайны инде. Баш ҡалабыҙға 35 илдән 1200 тирәһе йәш спортсы киләсәк.
Ярыштар “Нефтсе” стадионында, “Ватан” этнопаркында, “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында, Ҡамышлы урамындағы Спорт әҙерлеге үҙәгендә, 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк.
Ҡамышлы урамындағы үҙәк төҙөлөп ята, ул 90 процентҡа әҙер тиерлек. Унда үҫмерҙәр йөҙөү һәм фехтование буйынса көс һынашасаҡ. Ричард Смит үҙәктә булып, күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды.