Кем иң шәп һауынсы булыр?15.03.2019
19 – 23 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындары уҙа. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Өҫтәл теннисы, гер күтәреү, полиатлон, шахмат, шашка буйынса, шулай уҡ һауынсылар, механизаторҙар, спорт ғаиләләре ярыштары буласаҡ.

Уйындарҙа Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Бөрйән, Ғафури, Әлшәй, Балаҡатай, Өфө, Балтас райондарынан йәмғеһе 25 кеше сығыш яһаясаҡ.

Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек!



Вернуться назад