Артур Зөлҡәрнәев Бразилияның Сан-Пауло ҡалаһынан өс тапҡыр донъя чемпионы булып ҡайтты. Артур 15-16 йәшлек егеттәр араһында милли көрәш буйынса донъя беренселегендә 75 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында өс көрәш төрөндә еңеү яуланы. Спортсының әйтеүенсә, Сан-Пауло ҡалаһына дүрт ҡитғалағы 13 илдән көрәшселәр йыйылған. Артур — Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостандан индерелгән берҙән-бер егет. Март аҙағында Йошкар-Ола ҡалаһында Рәсәй беренселегендә еңеү яулауы донъя кимәлендәге ярышҡа юллама биргән дә инде. Әйткәндәй, А. Зөлҡәрнәев көрәш менән күптән шөғөлләнә, еңеүҙәре лә байтаҡ. Уның тәүге тренеры һәм төп кәңәшсеһе — атаһы Валерий Ғәли улы. Тыуған яғында донъя чемпионын район хакимиәте һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡаршы алды. Улар егетте Бразилиялағы еңеүе менән ихлас күңелдән тәбрикләне. “Чемпион титулын яулау, әлбиттә, еңел түгел. Был исем һиңә өҫтәмә яуаплылыҡ та йөкмәтә. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!” — тине район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Һаҙыев, йәш донъя чемпионының ҡулын ҡыҫып. Артурҙың артабан да һынатмаҫына ышанабыҙ.
С. ИСМӘҒИЛЕВА.
Ҡыйғы районы.