Линус Умарктың йомшаҡ уйынсығы кемгә эләкте икән?14.03.2019
Йылайыр районы үҙәгендәге “Фәрештә-Юл япрағы” ирекмәндәр төркөмө хәйриә эше менән шөғөлләнә. Улар балалар приюттары, ҡарттар йорттары тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итә, социаль-белем биреү дәрестәре уҙғара.

Яңы ғына ирекмәндәр Йылайыр ауылындағы 8-се коррекцион мәктәп-интернатта булды. Рада Сорокина-Зарубина, Артур Асаинов, Гүзәл Асаинова, Аксель Гросс тәрбиәләнеүселәр өсөн сағыу сара ойошторҙо. Тәүҙә уйындар уйнанылар, йомаҡтар ҡойҙолар. Артабан балалар шиғыр һөйләне. Унан бергәләп йырҙар башҡарҙылар, пластилиндан фәрештә һындары эшләнеләр.

Шуныһы мөһим: балаларҙың үҙҙәре лә ирекмән булырға теләк белдерҙе. Ирекмәнлеккә тотош кластары менән яҙылдылар.

Был сараны уҙғарыуҙа “Башнефтехим” уҡыу үҙәге, “Изгелек” хәйриә фонды матди ярҙам күрһәткән. Ә “Бәйләнештә” селтәрендәге “Салауат Юлаев” хоккей клубы төркөмө декабрь аҙағында юлаевсылар матчындағы “Айыуҙар ямғыры”нда йыйылған йомшаҡ уйынсыҡтарҙы бүләккә тапшырған.




Вернуться назад