"Яҡын арала реванш алырбыҙ"12.03.2019
Мәскәүҙең “Ыласын” спорт комплексында Федерация Советы һәм беҙҙең республика командалары араһында волейбол буйынса иптәштәр матчы булды.

Башҡортостан данын Өфө ҡалаһы һәм районы, Туймазы, Краснокама райондары хакимиәттәре вәкилдәре яҡланы. Капитан – Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең команда еңелде. Инга Юмашева уйындан һуң республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов менән һөйләште, ведомство етәксеһе төбәктең һәүәҫкәрҙәр командаһы өсөн зал һәм тренер табырға вәғәҙә бирҙе.

“Һәм яҡын арала реванш та алырбыҙ”, – тине Инга Юмашева.


Вернуться назад