Башҡортостан Мәскәүҙәге “Интурмаркет” халыҡ-ара күргәҙмәһендә төбәктең туристик мөмкинлектәрен күрһәтә. Республика стенды тирмәләр рәүешендә тәҡдим ителә. Унда ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән һыйлайҙар.
Күргәҙмәлә Милли туристик бренд рейтингы-2018 еңеүселәре билдәләнде. Беҙҙең “Терра Башкирия” бренды, Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм башҡорт балы уның дипломдарына лайыҡ булды.
Шулай уҡ республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Ленинград өлкәһенең туризм буйынса комитеты араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған.