Бөгөн Красноярскиҙа донъя студенттары араһында барған Универсиада тамамлана. Унда Башҡортостан спортсылары ла һиҙелерлек уңыштарға өлгәште. Айырыуса биатлонсы Эдуард Латипов айырылып торҙо.
Яҡташыбыҙ алдағы көндәрҙә яулаған көмөш һәм алтын миҙалдары иҫәбенә бронзаны ла өҫтәне. Уны эҙәрлекләү уҙышында алды.
Әммә Эдуардҡа ярыштар бөткәнсе ҡатнашыу мөмкинлеге бирелмәне – ул ошо көндәрҙә Швецияла барған донъя чемпионатына саҡырыу алды. 24 йәшлек егеткә ҡасан стартҡа сығырға тура килер һәм килерме, уныһы билдәһеҙ. Иртәгә буласаҡ 20 километрға шәхси уҙышта һәм шәмбеләге эстафетала уның ҡатнашыу ихтималы бар.