Ауырыу ҙа ҡамасаулай алманы12.03.2019
Өфөнөң “Ағиҙел” хоккей клубы ағзалары Анна Шибанова менән Мария Баталова Красноярскиҙағы донъя Универсиадаһында ил йыйылма командаһы составында чемпион исемен яуланы.

Рәсәйҙәр финалда Канада вәкилдәрен 2:0 иҫәбенә ҡыйратты. Осрашыу көсөргәнешле уҙҙы: беҙҙекеләр шайбаларҙы һуңғы өсөнсө осорҙа ғына индерҙе.

Мария, һыуыҡ алдырып, күп кенә матчтарҙа уйнамаһа ла, ярымфиналда һәм финалда ҡатнашты, гол индерҙе. Ә Анна Шибанова күп кенә хәл иткес пастарҙы бирҙе.


Вернуться назад