"Толпар" бөгөн нисек уйнаны?10.03.2019
“Толпар” бөгөн Йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһы плей-офф серияһында Түбәнге Каманың “Реактор” командаһына ҡаршы икенсе тапҡыр уйнаны.

Клубтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тәүге матчта күршеләр 2:0 иҫәбе менән еңгән. Һөҙөмтәлә “Толпар”ҙың тренерҙар штабы составты үҙгәртергә ҡарар иткән. Ҡапҡасылар һәм һаҡсылар шул уҡ ҡалған, ә һөжүмселәрҙән Владимир Баканин менән Денис Никулинды Александр Оськин, Александр Пашин алыштырған.

Һөҙөмтәлә уйын 1:0 иҫәбе менән тамамланған: еңеү – “Толпар”ҙа. Хәҙер серияла иҫәп тигеҙ: 1:1.


Вернуться назад