Адэлинаға юлдар асыҡ07.03.2019
Өфөләге 5-се республика мәктәп-интернатында һәм фехтование буйынса Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә тәрбиәләнгән Адэлина Бикбулатова Европа беренселегендә бронза призер булды.

Турнир 26 февралдән 4 мартҡа тиклем Италияның Фоджа ҡалаһында үтте. Унда уңышлы сығыш яһаған Адэлина донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ. Сара 7-12 апрелдә Польшаның Торунь ҡалаһында уҙғарыла.






Вернуться назад

Яндекс.Метрика