Яҡташыбыҙ Ислам Опиев, финалда төрөк спортсыһын еңеп, грек-рим көрәше буйынса Европа чемпионы булды. Ул Сербияла 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһындағы турнирҙа 77 килограмғаса ауырлыҡ үлсәмендә иң көслөһө булып танылды.
Ислам Ингушетияла тыуып үҫкән. Үҫмер сағында беҙҙең республикаға күсеп килгән. Алты йыл инде баш тренер Рәмил Сираев етәкселегендә шөғөлләнә.
Әле 20 йәшлек егет Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡый. Былтыр ул йәштәр араһында донъя чемпионы булды. Быйылдан өлкәндәр араһында сығыш яһай. Һәм ил беренселегендә шунда уҡ көмөш миҙал яуланы.