Красноярскиҙа барған донъя Универсиадаһында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Милена Быкова көмөш призер булды. Ул был награданы сноуборд спортының параллель гигант слалом төрөндә яуланы. Финалда ул Корея вәкиленән еңелде.
21 йәшлек яҡташыбыҙ Өфөлә тыуып үҫкән, әле Татарстан өсөн сығыш яһай.