Йәше-ҡарты саңғы шыуҙы, сәкән һуҡты06.03.2019

Бөрйәндә ҡышҡы Олимпиада йолаға әйләнде.

Әбделмәмбәт ауылында IV ҡышҡы Олимпия уйындары үтте. Алдан башҡарылған ныҡлы әҙерлек эштәре был сараның юғары кимәлдә ойошторолоуына булышлыҡ итте. Сағыу биҙәлеш, олимпия уты дөрләгән ысын факел, мәктәптең лазер оҫтаханаһында эшләнгән миҙалдар, тәмлекәстәр ҡушып тәҡдим ителгән ҡайнар сәй – барыһы ла байрам кәйефен арттырҙы ғына.

Олимпия уйындары тантаналы асылғандан һуң, көсөргәнешле ярыштар башланып китте. Бишәр кешенән торған командалар ҡатмар­лылыҡ йәһәтенән шахматтан ҡала икенсе урында торған керлингта көс һынаны. Һалҡын ҡанлылыҡ, теүәл иҫәп талап иткән был спорт төрөндә уҡыусылар ҙа, округтарға бүленгән ауыл халҡы ла ихлас ҡатнашты. Бигерәк тә олпат олатайҙарҙың, дәртләнеп китеп, ярышҡа ҡушылыуы уйындың бәҫен күтәрҙе.

Шорт-тректа йүгеректәр, етеҙлеккә сәмде ҡушып, кемуҙарҙан бер-береһен ҡыуҙы. Көйәрмәндәрҙең дәртле ҡеүәтләүе аҫтында йәше-ҡарты билдәләнгән дистанцияны елдәй елеп үтте.

Халыҡ көтөп алған быймалы сәкән һуғыу уйыны иһә әбделмәмбәттәр өсөн күптән ысын күңел байрамына әйләнгән. Алдағы йылдар­ҙан айырмалы рәүештә, әлеге Олимпия уйындарын тамаша ҡылырға “Рәсәй-Башҡорт­остан” телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙә­ренең дә килеүе сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.

Ярыштың икенсе көнөндә, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, спортсылар бобслей һәм саңғы спорты, шулай уҡ ачери-биатлонда еңеү өсөн бар көсөн һалды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып 70 йәшлек абруйлы ағайға хәтлем ихлас ярышты.

Бар төрҙәр буйынса ла еңеүселәр лайыҡлы билдәләнеп, пьедесталға күтәрелеп, миҙалдар алып ҡыуанды.

Шатлыҡлы мәлдәр менән бер рәттән, уйын барышында күңелде ҡырған ҡытыршылыҡтар ҙа булды. Бигерәк тә ҡайһы бер округтарҙың һүлпәнлеге, командалар туплауға илке-һалҡы ҡарауы ойоштороу эшенә ҡамасау яһаны.

Шаулап-гөрләп сираттағы ҡышҡы Олимпия уйындары артта ҡалды. Яңы йондоҙҙар ҡабынды, спортсы ғаиләләр ярыштың күркәм бер биҙәге булып торҙо.


Вернуться назад