“Ҡадировсылар” шундай ул!04.03.2019
Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән Динар Вәлиев Берлинда үткән боҙҙағы уҙыш буйынса шәхси донъя чемпионаты финалының алтынсы этабында еңеү яуланы.

Этаптың төп өлөшөндә иң күп мәрәйҙе (15) әүәлге чемпион Даниил Иванов йыйғайны. Дмитрий Хомицевич – 14, Динар Вәлиев – 13, Дмитрий Колтаков иһә 12 мәрәй тупланы. Беренсе ярымфиналда Иванов Колтаковты уҙып китте, шведтар – аталы-уллы Свенссондар ҙа финалға үтә алманы. Икенсе ярымфиналда Вәлиев Хомицевичты артта ҡалдырҙы.

Финалда Иванов, Колтаков һәм Хомицевич финишҡа Динар Вәлиевтән һуң килде.





Вернуться назад