Красноярскиҙа Ҡышҡы Универсиада асылыуҙың тәүге көнөндә үк Башҡортостан спортсыһы миҙал яуланы.
19 йәшлек фристайлсы Руслан Катманов саңғы акробатикаһы буйынса 87,77 балл йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Катманов республикабыҙҙан миҙал алған тәүге спортсы булды. "Алтын”ды — Ярославлдән Максим Буров, “көмөш”тө Ҡытайҙан Чжунлинь Ли алды.
Башҡортостандан Универсиадала 10 спортсы ҡатнаша.